РАБОЧАЯ ПРОГРАММА по родной литературе 10-11 классы

“Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:
I.Шәхси сифаттар:
• Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;
• Этник һәм милли сағылышын таныу:
• үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
• мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына
һаҡсыл ҡарау;
• һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
• атай-әсәйгә, тиҫтерҙәреңә иғтибарлы һәм ихтирамлы
булырға;
• Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү
һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;
• ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә
ынтылыу;
• Динамаик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль
ролен аңлау;
• Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар
нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;
• Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ-әхлаҡ
һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;
• Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә
аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән
сыға белеү;
• Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу
ҡағиҙәләрен үтәү.
II. Метапредмет һәләттәре:
Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү,
регулятив һәм коммуникатив).
• Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген
ойошторорға һәләтле булыу;
• Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға
һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй
белеү;
• уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя,
эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
• әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы
әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙләнеү эше алып
барырға, уның буйынса презентация эшләй белеү ;
• билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик
минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
• Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер
грамоталығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау,
эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны
төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү;
• Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм
жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен
билдәләү, йөкмәткеһен текерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап

биреү;
• Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик
эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса
классификациалау, сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты
булдырыу;
• Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән
предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм
конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;
• Объеткттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған
бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә
булыу.
III.Предмет һәләттәре:
• Телде үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;
• Башҡорт теле Башҡортостандың , рус теле Рәсәй
Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен
аңлау ;
• Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы
булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;
• Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына
эйә булыу;
• Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе
булараҡ аңлау;
• Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү,
һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен
аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү ;
• Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү
өсөн телмәр берәмектәре;
•
Уҡыу комплектына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу,
йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың
элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән
художестволы, фәнни- популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора
белеү;
• Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлай белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт
алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;
• Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: итонация буйынса һөйләм
төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде
мәғәнә яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;
• 70-80 һүҙлек тексы буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү,
тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән
итеп, текст төҙөп яҙа белеү .
Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:
• өйрәнелгән әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү;
• әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән
ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;
• әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;
• юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп
билдәләрен белеү;

• портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет
төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;
• ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;
• өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
• әҫәрҙәге ваҡиғалар арһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә
бәйләнешен билдәләй белеү;
• яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;
• әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан
эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;
• өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция,
төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-художество
урынын билдәләү;
• телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның)
контекстағы идея-художество урынын билдәләү;
• уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын
характерлау;
• авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең
ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;
• эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
• эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;
• телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;
• үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт төрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм
ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән
баһалама бирә биреү;
• һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм
сағыштырма) характеристика биреү;
• өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү
характерындағы инша яҙыу;
• художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;
• эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп
йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләй белеү (изложение төҙөү);
• эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра
белеү.
IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:
• уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште
планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
• теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау,
эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй
белеү;
• мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә
булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ
аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға
тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;
билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү
һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

10 класс
Йөкмәткеһе

Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы. Революция һәм граждандар һуғышы
йылдарында башҡорт әҙәбиәте.
Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте. Поэзия. Проза. Ижадта идея-эстетик көрәш
традициялары.
20-се йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенең төп темалары: хеҙмәт, хеҙмәт кешеһе, йәш көстәр
(М.Ғафури, Д.Юлтый, С.Ҡудаш шиғырҙары һәм поэмалары). Б.Ишемғол, Ғ.Хәйри
“шиғырҙарында комсомолдар образдары.
Прозаның

үҫеше.

А.Таһировтың,

Ғ.Дәүләтшиндың,

Ғ.Хәйриҙең

повестарында

йәштәр,комсомолдар, большевиктар. Кешеләрҙе синыфтарға бүлеп ҡарау.
Башҡорт совет драматургияһының тыуыуы: Д.Юлтый, М. Ғафури, А.Таһиров пьесалары.
30-сы йылдарҙа илебеҙҙәге мөһим социаль-тарихи ваҡиғалар һәм уларҙың әҙәбиәттә
сағылышы.
Поэзияла

күберәк

маҡтауға

ҡоролған

одалар

барлыҡҡа

килеүе.

Партияны,

юлбашсыларҙы,яңы конституцияны данлау.
Поэма жанрының үҫеүе.
Һуғыш һәм революция темаһына арналған повесть һәм романдар.
Драматургияла яңы әҫәрҙәр. Яҙыусыларҙы репрессиялау.
Д. Юлтый. “Ҡан баҙары”, “Сумка”, “Шинель”, “Атлан, батыр!”, ”Һуҡа бабай, ситкә кит,
трактор килә”, ”Хыял һәм тормош”, “Ҡарағол”, ” Ҡан”.
Д.Юлтыйҙың тормошо һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге. Башланғыс ижады. Беренсе бөтә донъя
һуғышын сағылдырған, уға ҡаршы киҫкен протест белдергән шиғырҙары.
20-се йылдарҙағы поэзияһының яңы йөкмәткеһе, яңы геройы.
“Ҡарағол” драмаһында сағылдырылғантарихи осор. Халыҡтың рус колонизаторҙарына
һәм башҡорт феодалдарына ҡаршы көрәше.
“Ҡан” романы. Проблематикаһы. Синфи аңдың үҫеше, империалистик һуғышҡа протест .

Романдың сюжет-композиция үҙенсәлектәре,теле.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Тормошо һәм дәүләт эшмәкәрлеге. Башҡорт автономияһын,
дәүләтен төҙөү өсөн көрәше.
Эмиграцияға китеүе, ундағы эшмәкәрлеге. Башҡорт тарихы, этнографияһы буйынса ғилми
хеҙмәттәре.
“Хәтирәләр“

мемуар

китабы.

Уның

йөкмәткеһе.

Башҡорт

яҙыусылары,

Дәүләт

эшмәкәрҙәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге, дуҫлығы. Хәтирәләрендә башҡорт халыҡ
ижады,

этнографияһы,күренекле

шәхестәр

хаҡындағы

күҙәтеүҙәре,

фекерҙәре.

“Хәтирәләрҙең” жанр үҙенсәлеге. Хикәйәләү стиле. Әҫәрҙең мәҙәниәтебеҙә тотҡан урыны.
Мөхәммәтша Буранғолов. М.Буранғолов - сәсән. Тыуған ил, Бөйөк Ватан һуғышы
тураһындағы ҡобайырҙары. М. Буранғолов - Фольклор белгесе. Драма әҫәрҙәре:
“Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Шәүрәкәй”, “Зәңгәр шәл”, һ.б.
Башҡорт туйы драмаһы. Туй йолаһының һүрәтләнеше, туй йолаһы фольклорын киң
файҙаланыу. Пьесаның жанр һәм драматургик үҙенсәлектәре.
Ғәйнан Хәйри. Биографияһы, уҡыу йылдары. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге
эшмәкәрлеге.
Ғ.Хәйри-шағир. “Беҙҙең яҙ” шиғырҙар йыйынтығы.
Ғ.Хәйри - прозаик. “Кооператорҙар” повесы. “Боролош” романы. Яҙылыу тарихы. Тәүге
роман булараҡ әһәмиәте. Күтәрелгән проблемалар. Башҡорт халҡының революцияға
килеү юлдары.
Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо. Башланғыс ижадында хикәйәләре, шиғырҙары.
“Айбикә”, “Башаҡтар тулҡыны” повестары.
“Ырғыҙ” романы. Башҡорт халҡының тормошо, көнкүрешенең сағылышы. Башҡорт
халҡының азатлыҡ алыуы.
Романдың эпик киңлеге, тарихилыҡ принцибы. Лексик байлығы, стиль үҙенсәлеге.
Әҫәрҙең башҡорт романистика үҫешендәге роле.
Ғ.Сәләм. Шағир тураһында әңгәмә. “Бала” поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе.
Поэмала замандың әхлаҡи-этик проблема ҡуйылышы. Шәхес, йәмғиәт, замана һәм

геройҙың

шәхси

тормошо.

Төп

образдар.

Композиция

үҙенсәлектәре,

теленең

образлылығы, байлығы.
Рәшит Ниғмәти. “Һалҡын шишмә”, “Үлтер,улым, фашисты!”, “ Һинең кәләшеңдең
хаттары”, “ Егеттең яуаптары”, “Һаҡмар ҡыҙы”.
“Һалҡын шишмә” шиғырында батырҙарҙың үлемһеҙлеге темаһы. Был теманы тәбиғәт
күренештәре аша сағылдырыу.
“Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше.
Совет кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы батырлығы.
“Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмаһында мөхәббәт темаһы.ҡыҙ һәм егет образдары.
Фронт һәм тыл берҙәмлеге.
“Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһында һуғыштан һуңғы колхоз ауылында тюғары уңыш өсөн
көрәште һүрәтләү. Поэмала шәхесте тәрбиәләүҙә коллективтың ролен күрһәтеү, хеҙмәтте
данлау. Поэманың художество үҙенсәлектәре.
Баязит Бикбай. “Ҡарлуғас”, “Салауат”, “Аҡсәскә”.
“Ҡарлуғас” драмаһында башҡорт халҡының 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы
алды осорондағы тормошон һүрәтләү, халыҡтың социаль һәм рухи яҡтан иҙелеүен,
азатлыҡ өсөн көрәшен кәүҙәләндереү. Драманың төп геройы булған халыҡ образын
характерлау.
“Салауат” драмаһында башҡорт халҡының Салауат Юлаев етәкселегендәге 1773-1775
йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем көрәшен сағылдырыу. Салауат һәм Юлай
образдары. Пугачев образы. Рус халҡы менән тарихи дуҫлыҡ һәм берҙәм көрәш темаһы.
Халыҡ дошмандары образы. Әҫәрҙең художество үҙенсәлектәре. Башҡорт әҙәбиәтендә
Салауат образы.
“Аҡсәскә” повесы. Әҫәрҙең төп образдары.
Башҡорт театр сәнғәте үҫешендә яҙыусының роле. Б.Бикбай ижадының башҡорт
әҙәбиәтендә тотҡан урыны.
Зәйнәп Биишева. Яҙыусының тормошо һәм ижад юлы. “Йырлайым”, “Йырҙарым”
шиғырҙары.

“ Тылсымлы ҡурай” драматик поэмаһында яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше темаһы.
Әҫәрҙең героик характерҙа булыуы, ғәҙәттән тыш көслө характерҙары, улар араһындағы
киҫкен бәрелештәрҙе, халыҡ тормошона хас данлы һәм фажиғәле хәл-ваҡиғаларҙы
фәлсәфәүи планда дөйөмләштереү. Халыҡтың рухи көсөн, күңел сафлығын

һәм

үлемһеҙлеген символлаштырыуҙа тылсымлы ҡурай образы.
“Яҡтыға” трилогияһы. Башҡорт халҡының революция алды һәм революция осор
йылдарындағы көнкүреш , азат тормош өсөн көрәш ваҡиғаларын һүрәтләү.
Трилогияның тел, стиль, композиция үҙенсәлектәре.
Назар Нәжми. “Ватан”, “Йыр тураһында баллада”, “Урал”, “Шағир һәм шаһ”.
Поэзияһының

тематик

төрлөлөгө

һәм

формалар

яғынан

байлығы.

Патриотик

лирикаһының үҙенсәлектәре. Пейзаж лирикаһы аша кеше күңелен асып бирә белеү.
Тормош, ғүмер, кешеләр хаҡында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған фәлсәфәүи лирика
өлгөләре.
“Йыр тураһында баллада”. Әҫәрҙең М.Харисҡа бағышланыуы. Яуҙа һәләк булған
батырҙарҙың үлемһеҙлеген йырлау .Шағир-һалдат образы.
“Урал” поэмаһы .Уның патриотик рухы. Ҡурайсы образы.
“Шағир һәм шаһ”. Ижад азатлығы мәсьәләһе. Талант һәм власть проблемаһы. Донъяла
тыныслыҡ, именлек өсөн көрәш идеяһының сағылышы
11 класс
Хәҙерге әҙәбиәт .Хәҙерге поэзия.( 3 сәғәт)
Хәҙерге әҙәбиәт төшөнсәһенең хронологик сиктәре. Яңы быуын шағирҙарҙың,
шағирәләрҙең поэтик тауыштары, ижади табыштары.
М.Кәрим (4 сәғәт).
Тормош юлы һәм ижады. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ижады.
“Европа –Азия” шиғырҙар циклында Тыуған ил образының кәүҙәләнеше.
“Ҡара һыуҙар” поэмаһы Поэмала һуғыш һәм тыныслыҡ, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ
темаларының сағылышы.
Шағирҙың драматургия һәм проза өлкәһендәге эшмәкәрлеге.
“Ай тотолған төндө”, “Ташлама утты, Прометей!”
Р.Ғарипов (3 сәғәт).
Тормошо. Уҡыу йылдары.
“Йырҙарыма ҡайтам” шиғырында тыуған яҡтарын, крәҫтиән хеҙмәтен йырлау.
“Табыныу” поэмаһы.1937 -1938 йылдарҙағы сәйәси эҙәрлекләүҙәр (репрессиялар)
тураһында шағирҙың уйланыуҙары һәм тәрән кисерештәре.
“Дон-Кихот” монологы.Хаҡһыҙлыҡтарға, яуызлыҡтарға ҡаршы көрәшкә сағырған шағир
образы.
“Батырша” балладаһы. Батырша батырҙың тотҡонлоҡтағы уйҙары. Батшаға хат яҙырға

йыйынғаны.
“Интегралдар поэмаһы” Йыһан һәм шәхес. Донъя һәм мөхәббәт.
Хәҙерге проза. (1 сәғәт)
Ә Хәкимов (3 сәғәт).
Әҙиптең тормош юлы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.
“Өйөрмә” романының бығаса революция, граждандар һуғышы, колхозлашыу темаһына
яҙылған әҫәрҙәргә ҡарата полемик рухы.
Ғ.Хөсәйенов (3 сәғәт).
Тормош юлы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге.
“Тормош” һәм “Донъя” исемле парсалар китаптары.”Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы.
“Ҡанлы ииле биш” романында тарихи тематиканың киң эпик планда дауам итеүе.
Хәҙерге драматургия (1сәғәт)
Р.Бикбаев (3 сәғәт).
Тәүге ижад осоро.”Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы. “Халҡыма хат”. Хәҙерге
заманда күптәрҙе борсоған, хәүефләндергән социаль, иҡтисади, экологик һәм мораль-этик
мәсьәләләрҙең үткер ҡуйылышы.
Н.Мусин (2 сәғәт).
Яҙыусының тормош юлы һәм ижады. Әҫәрҙәрендә тәбиғәт һәм кеше мөнәсәбәте.
А.Абдуллин (2 сәғәт).
Яҙыусының тормош юлы һәм ижады.
“Ун өсөнсө председатель” драмаһы. Пьесаның драматургик яҡтан үткер ҡоролошо, диалог
һәм монологтарҙың характерҙы асыуҙағы роле.
Р.Солтангәрәв (2 сәғәт).
Яҙыусының биографияһы һәм ижад юлы.
“Хамбал”, “Ҡейәмәтлек кейәү” хикәйәләре. Әҫәрҙәрҙең халыҡсан тел-стиль матурлығы.
Д.Бүләков (2 сәғәт).
Яҙыусының биографияһы. “Ғүмер бер генә” романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп
ҡороу реформалары осорона хас һыҙаттарҙы һүрәтләү.
Х.Назар . Ҡабатлау (1 сәғәт).
Тормош юлы һәм ижады.
“Шәмсыраҡ” поэмаһы. Поэманың лирик геройы. Уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре:
һалдат хаты, шәмсераҡ.
“Таулыҡай”, “Тау шишмәһе” шиғырҙарында тыуған төйәккә, ергә, ошо ерҙәрҙе үҙ иткән
халҡына булған оло һөйөүҙең фәлсәфәүи фекерҙәр менән бирелеүе.
Әҙәби портреттар. (2 сәғәт)
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.(2 cәғәт)


Наверх

Соглашение об использовании сайта

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 14.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону 8(34740) 2-57-41

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».