рабочая программа по учебному предмету родная литература для 7-9 классов

Сәғәттәр һаны: 7 класс – 68 сәғәт
8 класс – 34сәғәт
9 класс – 33 сәғәт

2023-2024 уҡыу йылы

“Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:
I.Шәхси сифаттар:
•
Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;
• Этник һәм милли сағылышын таныу:
• үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
• мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл
ҡарау;
• һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
• атай-әсәйгә, тиҫтерҙәреңә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
• Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ
эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;
• ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;
• Динамаик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен
аңлау;
• Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ
аллы үҫешкә һәләтле булыу;
• Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ-әхлаҡ һәм
икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;
• Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы
хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;
• Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.
II. Метапредмет һәләттәре:
Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү,
регулятив
һәм коммуникатив).
• Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға
һәләтле булыу;
• Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле
булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;
• уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште
планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
• әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр
буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙләнеү эше алып барырға,
уның буйынса презентация эшләй белеү ;
• билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик
минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
• Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталығына эйә
булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында
Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә
белеү;
• Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы
текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү,
йөкмәткеһен текерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;
• Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә
эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациалау, сәбәп-эҙемтә
бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;
• Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа

ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән
сыға белеү;
• Объеткттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең
база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.
III.Предмет һәләттәре:
• Телде үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;
• Башҡорт теле Башҡортостандың , рус теле Рәсәй Федерацияһының
дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау ;
• Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ
норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;
• Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;
• Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ-ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;
• Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп,
аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап,
геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү ;
• Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн
телмәр берәмектәре;
• Уҡыу комплектына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни
ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар
алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәннипопуляр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;
• Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлай белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн
мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;
• Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: итонация буйынса һөйләм төрөн
билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнә яғынан
бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;
• 70-80 һүҙлек тексы буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирәяҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп,
текст төҙөп яҙа белеү .
Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:
• өйрәнелгән әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү;
• әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән
ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;
• әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;
• юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп
билдәләрен белеү;
• портрет,
пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет
төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;
• ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;
• өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
• әҫәрҙәге
ваҡиғалар арһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә
бәйләнешен билдәләй белеү;
• яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;
• әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан
эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;
• өйрәнелгән
әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция,

төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-художество
урынын билдәләү;
• телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның)
контекстағы идея-художество урынын билдәләү;
• уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын
характерлау;
• авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике
геройын үҙ-ара сағыштырыу;
• эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
• эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;
• телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;
• үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт төрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм
ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән
баһалама бирә биреү;
• һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм
сағыштырма) характеристика биреү;
• өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү
характерындағы инша яҙыу;
• художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;
• эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп
йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләй белеү (изложение төҙөү);
• эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:
• уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра,
уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
• теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше
алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;
• мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ
фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ
бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның
менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;
билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм
телмәрҙә ҡуллана белеү.

Башҡорт әҙәбиәте
7 класс
Йөкмәткеһе
Инеш. Туған тел. 4 сәғ.
Ә.Әминев.”Инша” хикәйәһе. Уҡытыусы ярҙамында тел байлығын, уның эске моңон,
матурлығын аңлау.
Р.Ғамзатов.

”Туған тел” шиғыры. Туған телдең байлығы,уның нәфислеге, тормошта

кәрәклеге. Туған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.
Р.Ғарипов. ”Тел” шиғыры. Туған телдең матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт һәм
һөйөү тәрбиәләү.
Башҡорт халыҡ ижады. 1 сәғ.
Йырҙар һәм риүәйәттәр. 6 сәғ.
Башҡорт

фольклорында йыр жанры. Оҙон

һәм ҡыҫҡа көйлө

йырҙар.Йырҙарҙың

тематикаһы:тарихи йырҙар, тормош-көнкүреш йырҙары, мөхәббәт йырҙары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың
фажиғәле яҙмышы на арналған йырҙар. Риүәйәттәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡһыҙ
хәлен,фажиғәле яҙмышын,иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү.
Сеңләүҙәр. 2 сәғ.
Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы,уларҙа элекке ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр
яҙмышының сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү сәбәпле сеңләү жанрының бөтөүе.
Сеңләүҙәрҙең поэтик үҙенсәлеге. Уларҙың көй менән башҡарылыуы.
Боронғо әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре. 4 сәғ.
Күрәҙәлек китабы ҡомартҡыһы. Ижад ителеү ваҡыты. 9-сы быуат башы.
Ҡорҡот Ата китабынан. Легендар аҡыл эйәһе,һүҙ оҫтаһы Ҡорҡот сығарған әҫәрҙәр. Әхмәт
Йүгнәки

шиғырҙарында Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә таянып, әхлаҡ мәсьәләләрен күтәрә,

халыҡты рухи юғарылыҡҡа саҡыра.
В.Зефиров. ”Йәнтүрә хикәйәһе. 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлектәренән.

Мифтахетдин Аҡмулла ижады. 3 сәғ.
”Башҡорттарым,уҡыу кәрәк,уҡыу кәрәк!”, “Дуҫлыҡ”, “Нәфсе”, “Аттың ниһен маҡтайһың”,
“Нәсихәттәр”, “Өлгөр һүҙ” шиғырҙары. Шағирҙың фажиғәле тормош юлы һәм ижады, уның
халыҡсан шағир булыуы, ике поэтик башланғыс-көнсығыш классик поэзияһы һәм башҡорт,
ҡаҙаҡ фольклоры традициялары. Халыҡты мәғрифәткә өндәү, иҫкелеккә,дини фанатизмға
ҡаршы

көрәш,

поэзияһының

сағылышы,

социаль

мотивтар,

шағирҙың

сатираһы,шиғырҙарының идея-эстетик көсө. Аҡмулланың әҙәбиәт тарихында тотҡан урыны.
Мәжит Ғафури ижады. 6 сәғ.
”Үҙем һәм халҡым”, “Мин ҡайҙа”, “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырҙары. Тормош. Белемгә
ынтылышы. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе. 20-се быуаттың 20-се
йылдарындағы ижадында хеҙмәт темаһы һәм яңы кеше образы. Хеҙмәт кешеһен данлау, яңы
тормошто төҙөү пафосы. ”Һарыҡты кем ашаған”мәҫәленең мәғәнәһен аңлау, уның
әһәмиәте. ”Һунарсы ҡарт”хикәйәһе.. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Шәйехзада Бабич ижады. 2 сәғ.
”Салауат батыр”, “Зәки- Башҡортостан терәге”, “Ҡурайҡайға”, “Көтәм” шиғырҙары. Иҙелгән
башҡорт халҡына тиҙҙән аҡ көндәр тыуыуына ышаныу. Башҡортостан,уның үткәне,
бөгөнгөһө

һәм

киләсәге

тураһындағы

шиғырҙары.

Поэзияһының

төп

үҙенсәлектәре:халыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлелек, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең,
шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.
Дауыт Юлтый ижады. 4 сәғ.
“Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын,уйкисерештәрен сағылдырыу, Тимеркәй образы.Уның донъя тураһындағы уй-тойғоларын,
һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр
образында кешеһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү.
Һәҙиә Дәүләтшина ижады. 5 сәғ.
Тормошо һәм ижад юлы. «Айбикә” хикәйәһендә ауылдарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп
ҡороу өсөн алып барылған көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙ образын һүрәтләү. Хикәйә
теленең байлығы. Образдарға характеристика. ”Һырға һабағы” хикәйәһедә халыҡтың
көндәлек тормошон, уй-теләктәрен яҡшы белеп лирик йылылыҡ менән һүрәтләүе. Халыҡсан
йәнле образдар тыуҙырыу оҫталығы.

Рәшит Ниғмәти ижады. 4 сәғ.
Тормошо һәм ижады. “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһы. Ағиҙел образында башҡорт
халҡының данлы тарихи үткәндәрен,ауыр яҙмышын, үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйына
көрәшеүен һәм бәхетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художестволы
үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады традициялары. “Мәскәүгә минең бүләгем” шиғыры.
Мостай Кәрим ижады. 5 сәғ.
Тормошо, ижад юлы. ”Айгөл иле” драмаһының йөкмәткеһе,темаһы,идеяһы. Драмалағы Айгөл,
Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы.Драманың
художество үҙенсәлектәре. ”Ап-аҡ мөғжизә” хикәйәһендә ышанысҡа тоғролоҡ миҫалы булған
Аҡсал образы. Балаларҙа хайуандарға ҡарата иғтибар, һөйөү тәрбиәләү. ”Шағир шатлығы”
шиғыры.
Михаил Шолохов ижады. 3 сәғ.
“Кеше яҙмышы” хикәйәһе. Ватан яҙмышы һәм кеше яҙмышы. Андрей Соколов образы.
Хикәйәнең композицияһы. Кешенең азатлыҡҡа ынтылыуы, батырлығы, еңелмәҫлеге.
Хикәйәлә автор һәм уның һөйләүе.
Ғайса Хөсәйенов ижады. 1 сәғ.
”Һуңғы тарпан” хикәйәте. Ҡырағай аттар-тарпандарҙың ҡырылып бөтөүен күрһәтеү. Кейекхайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү.
Яныбай Хамматов ижады. 2 сәғ.
“Ғәйзулла”.
Ҡасим Дәүләткилдеев. 2 сәғ.
“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” картинаһы буйынса инша.
Рамазан Өмөтбаев ижады. 4 сәғ.
”Атлы башҡорт” хикәйәһе. Башҡорт кавалеристарының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән
батырлыҡтарын тасуирлау. Ғилмишәриф образы. Аттың үҙ хужаһын һүҙһеҙ ҙә аңлай алыуы.
Ат-башҡорттоң тоғро юлдашы .
А.А.Кузнецов. 2 сәғ.
“Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса инша.
Кластан тыш уҡыу дәресе. 1 сәғ.

Яҡташ яҙыусылар ижады. 7 сәғ. Резерв. 4 сәғ.

Башҡорт әҙәбиәте
8 класс
Йөкмәткеһе
Р.Назаров. «Башҡорт”,А.Игебаев. “Башҡортостан “ шиғырҙарында тыуған ерҙе
һағыныу,уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы.
Х.Ғиләжев “Башҡорт теле”,Х.Назар “Башҡорт теле” ,М.Ямалетдинов “Халҡым
хазинаһы”,Мәхмүт Хөсәйен “Башҡорт теле ғорур яңғырай” шиғырары.Туған телдең
матурлығын,байлығын данлау,телгә хөрмәт тәрбиәләү.Шиғырҙарҙың тел
байлығы,образлылығы.
В.Распутин “Фрацуз теле дәрестәре”.
Һуғыштан һуң ауыр тормоштоң һүрәтләнеүе.Йәш геройға хас булған ғорурлыҡ һәм
ныҡлыҡ.Уҡытыусының йөрәк йылыһының малай тормошондағы роле.Әхлаҡ проблемаһы.
Дини әҙәбиәт.Р.Бикбаев.Хәҙистәр.М.Ямалетдинов.”Ҡөрьән сүрәләре” шиғыры дини
мотивтарҙы дауам итеүе.
Шафиҡ - Әминев – Тамъяни.”Урал”, “Башҡорт бабаларының тарихы.Үҙе йәшәгән ерһыуҙы,тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау.
Ғәли Ибраһимов. “Кинйә”романынан өҙөктәр.Романда сағылдырылған осор,социальтарихи шарттар,халыҡ тормошо һәм көрәштең сағылышы.Кинйә образы.
Әйтештәр.Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсәндәрҙең әйтеше -башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте
ҡомартҡыларының иң юғары өлгөһө.
Ҡобайырҙар.”Ил тигәндең кеме юҡ”,”Салауат батыр”.Ҡобайырҙарҙың йөкмәткеһен
үҙләштереү.Унда күтәрелгән проблемаларҙы аңлау.Халыҡ ижадында киң таралған эпик
әҫәрҙәрҙең боронғо жанр булыуы яғынан ҡобайырҙар.Уларҙың жанр үҙенсәлектәре.
Я.Хамматов.”Төньяҡ амурҙары”романынан өҙөк.Яҙыусының биографияһы.Романда
башҡорт халҡының 19-сы быуат башындағы тормошон һүрәтләү.1812 йылғы Ватан
һуғышында башҡорт ғәскәрҙәренең күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу.
Ғ.Хөсәйенов. “Ете ырыу”.әҫәрҙә тарихҡа аңлатма биреү,Халыҡтың тормош- көнкүрешен,
социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү.
Б.Рафиҡов. “Эйәрләнгән ат” Әҫәрҙә сағылдырылған осор.Тарихи фараздың жанр
үҙенсәлектәре.Рогервик крепосы тотҡондары- Салауат,Юлай Аҙналиндың тормошкөнкүрешен һәм Башҡорт иле – Ҡаратауҙа йәшәгән урман ҡарауылсыһы Аҡман,ул тәрбиәләп
үҫтергән Етембайҙың фажиғәле яҙмышын, һәләкәтен тасуирлау.Образдарға характеристика.

Р.Солтангәрәев.”Осто бөркөт”.Граждандар һуғышы осоронда хәрби етәксе-комбриг Муса
Мортазиндың батырлығын,ил алдындағы хәрби данын,Фажиғәле һәләкәтен тасуирлау.
Ғ.Сәләм.”Рспублика иртәһе”поэмаһынан өҙөк.”Шоңҡар” поэмаһының темаһы,идеятематик йөкмәткеһе.Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы.Төп образдар.Композиция
үҙенсәлектәре,теленең байлығы,образлылығы.
Б.Бикбай.”Ҡаһым түрә”драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында
ҡатнашыуын кәүҙәләндереү.Драманың идея- тематик йөкмәткеһе.Рус халҡы менән башҡорт
халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу.Халыҡ образы.Реакцион офицерҙар
образдары.әҫәрҙәге төп конфликт.
З.Биишева.Яҙыусының тормош юлы,ижады.”Йәшәү - хеҙмәт” шиғыры. “Һөнәрсе менән
Өйрәнсек” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһе.Һөнәрсе менән Өйрәнсек
образдары.Художество эшләнеше.
М.Кәрим.”Ҡайын япрағы тураһында”, “Россиянмын”, “Йәшәйһе бар”, “Айһылыуҙың
күҙ йәштәре”, Ҡоролтайға ҡотлау” шиғырҙары.
“Үлмәҫбай” поэмаһы.Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы
батырлыҡтарын кәүҙәләндереү.Поэманың идея йөкмәткеһе.Халыҡ ижады алымдарын оҫта
файҙаланыу.Юмор һәм сатираны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби
традицияларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта
файҙаланыу.Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.
Р.Ғарипов.”Урал йөрәге”, “Аманат”, Уйҙарым” шиғырҙары.Шиғырҙарҙың тел
байлығы,образлылығы.Тыуған ерҙе һағыныу,уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы.
Р.Бикбаев.”Башҡортостан бында башлана”, “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”,
“Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”, шиғырҙарында тыуған ергә мөхәббәт, уның
именлеге,тәбиғәтте һаҡлау,халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу,тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт
проблемалары.
Роберт Паль.”Уралым” шиғыры.Шағирҙың тыуған Башҡортостанға булған һөйөүе,уның
менән ғорурланыуы.
Т.Ғиниәтуллин.”Мәтрүшкә еҫе”, “Әсә һәм бала” хикәйәләре. Һуғыш темаһы.Һуғыш
ваҡытындағы кешеләрҙең тормошо, Үҙ-ара мөнәсәбәттәр.
Н.Нәжми.”Тыуған ил тураһында һүҙ”,”Аҡ шишмә”, “Һинең ниндәй улыңмын мин”
шиғырҙарында тыуған илебеҙ Башҡортостандың бөйөклөгөн данлау.Тыуған ил,тыуған ауыл
образдарынаи характеристика биреү.
Ә.Әминев.”Ҡытай-город” повесы. Ер һатыуҙың фажиғәләре хаҡында уйланыу.
Х.Назар.”Ғәзиз ерем”, “Аҡҡа табыныу”,”Дауа” шиғырҙарында тәбиғәттең көс-ҡеүәтен,
бөйөклөгөн данлау,уны халыҡтың көсө,ҡеүәте,күңел күркәмлеге менән сағыштырыу.
Ринат Камал.”Таня-Таңһылыу” романынан өҙөк.Йөкмәткеһе.Образдары.Туған
телгә,милләткә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.Таңһылыуҙың фажиғәле яҙмышы.

Башҡорт әҙәбиәте
9 класс
Йөкмәткеһе
Художестволы әҙәбиәт. Художестволы әҙәбиәттең теле, һүҙ сәнғәтенең образлылығы.
Әҙәбиәттең халыҡсанлығы.
Башҡорт халыҡ ижады. Уның төп үҙенсәлектәре, ижтимағи-эстетик әһәмиәте. Йола
фольклоры. Эпос, ҡобайыр. Әкиәттәр, көләмәстәр. Йыр. Бәйет. Афористик жанрҙар.
“Урал батыр” Эпостың телмәре, шиғри төҙөлөшө, ритмикаһы. Уның боронғолоғо,
Мифологик нигеҙе. Төп идеяһы-халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы
көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының
сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле
һүрәтләнеше. Самрау батша иле һәм халыҡтың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм
реаллек. Урал батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы. Урал һәм Шүлгән образдары.
“Урал батыр” эпосының донъя мәҙәниәтендә тотҡан урыны.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым”. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты
яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ батырын, ил
башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым - ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ
традициялары. Һабрау - башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо.
Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһында тәхет өсөн тартыш, янъял. Эпос сюжетында Аҡһаҡ
Тимер яуының бирелеше.
Ауыҙ-тел әҙәбиәте. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттән тыш, ауыҙ-тел әҙәбиәте тигән ижади
йүнәлештең барлыҡҡа килеүе. Ауыҙ-тел әҙәбиәте-профессиональ һүҙ оҫталарының ижады.
Уның шиғри формала барлыҡҡа килеүе.
Иң боронғо ауыҙ-тел ижадсыларының һынсы, артабан баҡсы, йырау тигән исемдәр менән
йөрөтөлөүе. Ваҡыт үтеү менән уларҙың сәсән тигән мәшһүр исем менән билдәле булыуы.
Йырауҙар һәм сәсәндәрҙең эпос, ҡобайыр, йыр жанрҙарында мөһим темаларҙы күтәреүе.
Ауыҙ-тел әҙәбиәтендәиң мөһим темаларҙың береһе яу, көрәш хаҡында булыуы. Был теманың
өс йүнәлешкә бүленеүе: батырҙарҙы,батырлыҡты, хәрби юлбашсыларҙы данлау; дошманға

мөрәжәғәт - уны фашлау, мыҫҡыллау; тыуған тупраҡты илбаҫарҙарҙан һаҡлау. Аҡмырҙа менән
Ҡобағош әйтешендә был өс йүнәлештең дә сағылыш табыуы.
14-16 быуаттар йырауҙары. 14-16 быуаттарҙа йәшәгән Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған,
Шалғыйыз йырауҙарҙың ижады башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм нуғайҙар өсөн
уртаҡ булыуы. Уларҙың ижадында ошо халыҡтарҙы борсоған мәсьәләләрҙең күтәрелеүе.
Һабрау йырау. “Иҙеүкәй менән Мораҙым “ эпосын ижад итеүе хаҡында фаразлауҙар.
Асан Ҡайғы йырау. Уның сығармаларында өс тематик төркөмдөң күҙәтелеүе: 1) Йәнбәк ханға
төбәп әйткән шиғри мөнәжәттәре; 2) тормош-көнкүреш хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙары; 3)
әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре буйынса өгөт-нәсихәттәре.
Асан Ҡайғының ижадында ер-һыу атамаларының башҡортостан ерҙәре менән бәйле булыуы.
Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы. Өс импровизацияһындағы образдар. Импровизацияларында “мин”лек
тойғоһо, кешелек, авторлыҡ бәҫе. Уның ғәскәр башлығы, ырыу юлбашсыһы булыуының
сағылышы. Әҫәрҙәрендә яугирлыҡ рухы,тыуған ер хозурлығы һүрәтләнеше.
Шалғыйыз Теләнес улы. Арҙаҡлы яугир һәм данлыҡлы йырау. Тимер бейгә әйткән
мөрәжәғәттәре, фәлсәфәүи йөкмәткеле лирик сығармалары, ”Ир Шобан” әҫәре.
16-18 быуаттар сәсәндәре. Ерәнсә. Йәшәгән йылдары тураһында фараздар. Ике
импровизацияһы: 1) ҡаҙаҡ ханы Абулхайырға ҡобайыр формаһында әйтелгән мөрәжәғәт; 2)
ҡобайырҙарҙағы “Бейек тауҙың үлгәне...” мотивының бер варианты. Ерәнсә исеменә бәйле
көләмәстәр, легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр.
Аҡмырҙа менән Ҡобағош. Аҡмырҙа менән ҡобағош сәсәндәрҙең әйтеше – башҡорт ауыҙ-тел
әҙәбиәте ҡомартҡыларының иң юғары өлгөһө.
Ҡарас. Ҡаҙаҡ батыры Аҡша менән әйтеше, 1738-1740 йылдарҙағыихтилал юлбашсыһы
Ҡараһаҡалға әйткәне.
Байыҡ Айҙар. Сәсәнлек оҫталығы менән танылыуы. “Айҙар” тигән ҡушаматы. Байыҡтың өс
импровизацияһы: 1) Ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеше; 2) Салауат Юлаевҡа мөрәжәғәте; 3)
1812 йылғы Ватан һуғышы айҡанлы халыҡҡа әйткәне.
Мәхмүт. Байыҡ Айҙарҙың шәкерте. Атаһының мәжлесендә халыҡҡа йомаҡ рәүешендә биргән
мөрәжәғәттәре.
Салауат Юлаев. Биографияһы. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы дәүерендәге
юлбашсылыҡ эшмәкәрлеге.Поэтик ижады. “Яу”, “Уҡ”, “Һандуғас”, “Зөләйха”, “Тыуған илем”,

“Уралым”, “Егеткә”, “Тирмәмдә”, “ Ҡайтып киләм”, “ Яуҙа яраланғас...”, ”Йырҙарҙан”
шиғырҙары. Шиғриәтендә тәбиғәт, мөхәббәт лирикаһы. Героик лирика. Телдән ижад ителгән
импровизациялары. Дүртәр юллыҡ йырҙары. Документаль – публицистик яҙмалары
( хаттары,бойороҡтары һ.б.). Халыҡ ижадында һәм әҙәбиәттә Салауат образы.
Башҡортостанда боронғо һәм урта быуаттарҙағы ҡулъяҙма әҙәбиәт.
Ҡол Ғәли. 12 быуаттың икенсе яртыһы – 13 быуаттың беренсе

“Йософ ҡиссаһы”

сығанаҡтары. Төп образдары. Идея проблематикаһы.
14 быуат төрки – ҡыпсаҡ дастандары. Дөйөм төрки әҙәбиәтенең артабанғы үҫеше, уның
классик традициялары нығына барыуы. Гуманистик йөкмәткеле дастандарҙың ижад ителеүе:
Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”(1340-1342), Харәзмиҙең “Мөхәббәтнамә” (1353-1354), Хөсәм
Кәтибтең “Жөмжөмә солтан” (1369-1370), Сәиф Сараиҙың “Гөлстан бит -төрки” (1391-1392).
Башҡорт әҙәбиәтендә иң тәүге үҙ аллы ҡулъяҙма әҫәрҙәрҙең күренә башлауы (“Һуңғы Һартай”
һ.б.).
14-18 быуаттар ҡулъяҙма шиғриәте. Ҡулъяҙма аноним шиғриәт. 16-18 быуаттарҙа
ҡулъяҙма аноним шиғриәт. Урта быуаттар традицияларындағы ғәрәп, фарсы һәм дөйөм төрки
телдәрендәге бәләкәй күләмле шиғри тексиарҙан тыш, башҡорт ерлегендә тыуған, урындағы
халыҡтың ихтыяждарына һәм зауығына иҫәпләнгән әҫәрҙәр.
Мәүлә Ҡолой. Йөҙгә яҡын хикмәте һәм ике поэмаһы билдәле. Ижадында донъяуи һәм
суфыйсылыҡ идеяларының бергә үрелеп килеүе.
Ғәбдрәхим Утыҙ Имәни . Әҙәби һәм ғилми мираҫы. Төп тематик йүнәлеше – халыҡты аңбелемгә саҡырыу.
16-18 быуаттар прозаһы. “Һуңғы һартай”. Башҡорт ерлегенә хас үҙенсәлектәрҙең күренә
башлауы. Саф башҡорт әҙәбиәтенең шишмә башындағы ҡомартҡы - “Һуңғы Һартай” әҫәре.
16-18 быуаттарҙан алып башҡорт яҙма әҙәбиәтенең милли үҙенсәлек һыҙаттары көсәйә
башлауы.
Шәжәрәләр. Шәжәрә традицияларының сағыу өлгөләре. Үҫәргән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Юрматы,
Ҡара Табын, Әйле, Ялан бөрйән ырыуҙарының шәжәрәләре.
Тәүарихтар һәм тарихнамәләр. Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди. Боронғо һәм урта
быуаттар фарсы, ғәрәп телдәрендәге тарих яҙмалары традициялары.
Сәйәхәтнамәләр. Мортаза Ғәли Ҡотлоғош, Исмәғил Бикмөхәмәт улы һәм Мөхәмәт Әмин
Ғүмәр улы сәйәхәтнамәләре.

Эпистоляр публицистика. Батырша Әлиевтың императрица Елизавета Петровнаға яҙған
хаты.
19 быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормо һәм мәҙәни әҙәби хәрәкәт. Әҙәбиәттә
ике ҡапма-ҡаршы йүнәлештең барлыҡҡа килеүе. Мәғариф эшенең башҡорт йәмғиәтендәге
торошо һәм уның әҙәби процесҡа йоғонтоһо.
19 быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостан һәм рус яҙыусылары. Рус әҙиптәренең
ижадында башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тормошо яҡтыртылыуы.
“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” ҡиссаһы. 18 быуаттың аҙағында - 19 быуаттың
башында яҙма мәҙәниәттең роле күтәрелә, китап баҫыу эше йәнләнә барған шарттарҙа халыҡ
ижадының алдынғы традициялары нигеҙендә ҡобайырҙар сюжетына ҡоролған яҙма әҫәрҙәр
ижад ителә башлай. Улар был осорҙа әҙәбиәттә айырымлана барған халыҡсан- демократик һәм
дини- мистик йүнәлештәрҙең тәүгеһе баҙыҡланыуына ҙур этәргес бирә. Ошондай әҫәрҙәрҙең
иң күләмлеһе - “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” ҡиссаһы. Ул башҡорт халыҡ ижадында киң
таралған ошо исемдәге эпик сюжетҡа нигеҙләнеп, уны тулыландырып, үҫтереп яҙылған.
“Зөһрә менән Алдар” ҡиссаһы. Ул башҡорт халыҡ эпостарына яҡын ҡатмарлы сюжетлы һәм
композициялы, хәл-ваҡиғаларҙы иркенләп хикәйәләгән, күренештәрҙе ентекле тасуирлаған
тарихи-этнографик характерҙағы повесть – ҡиссаға тартым.
“Буҙйегет” дастан- поэмаһы.
19 быуаттың икенсе яртыһында ижтимағи тормош,мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. Рәсәйҙә иҫке
феодаль мөнәсәбәттәр менән яңы капиталистик етештереү көстәре араһындағы ҡаршылыҡтың
киҫкенләшеүе, крепостной тәртиптәрҙең юҡҡа сығарылыуы. Илдең ижтимағи-сәйәси
тормошонда ҙур үҙгәрештәр, буржуаз реформалар башланыуы.
Башҡорт мәҙәни-әҙәби тормошонда халыҡсан-демократик һәм дини мистик йүнәлештәрҙең
үҙ-ара бәрелеше бермә-бер көсәйә, аныҡ тенденциялар төҫөн ала бара.
Мифтахетдин Аҡмулла. Тормош юлы.” Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Шиһабетдин
Мәржәни мәрҫиәһе”, ”Урыным-зиндан...”, ”Мәжлесенә ҡарай ғына...”, ”Инсафлыҡ” .Халыҡты
мәғрифәткә өндәү, иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Поэзияһының төп идеяһы,
йөкмәткеһе. Халыҡ педагогикаһының сағылышы, социаль мотивтар. Аҡмулланың әҙәбиәт
тарихында тотҡан урыны.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Томош юлы. Ижади таланты үҫеше. Хеҙмәте һәм ижтимағи
эшмәкәрлеге. “Ҡайыш илә йүкә”, “Йомран иле”, ”Шикәйәт” “Үткән заманда башҡорт

ҡыҙҙарының оҙатылыуы”. Шиғырҙарының тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Этнографик
традицияларҙың сағылышы. М.Өмөтбаев- публицист һәм тәржемәсе.
Ризаитдин Фәхретдинов. Тормош юлы. Р.Фәхретдинов-мәғрифәтсе-педагог. ”Нәсихәттәр”
серияһы. ”Сәлимә”, ”Әсмә” повестары. Р.Фәхретдинов ижадының әһәмиәте.
20 быуат башында Башҡортостанда ижтимағи тормош, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт.
20 быуат башында мәҙәни-әҙәби бәйләнештәр. Башҡортостан һәм рус яҙыусылары.
Сафуан Яҡшығолов. Тормошо һәм ижады. Шағирҙың 1905-1907 йылдарҙағы революцияны
шатланып ҡаршылауы һәм ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләре,
мәғрифәт эше тураһында уйланыуҙары.
Закир Һаҙи. “Яңы әсхәбе кәһәф” хикәйәһе, “Йыһанша хәҙрәт” повесы. Трмошо менән ижады
араһындағы бәйләнештәр. Уның ижадында мәғрифәтселек идеялары. Белемле һәм белемһеҙ
кешеләр араһындағы конфликт. Дини ҡанундарға йәшеренгән ришүәтселекте, ҡомһоҙлоҡто,
ике йөҙлөлөктө тәнҡитләү, сатирик алымдарҙы ҡулланыу.
Фәтхелҡадир Сөләймәнов. Тормош юлы. Башҡорт хәрәкәтендә ҡатнашыуы. Шиғриәтендә
башҡорт темаһының сағылышы. “Башҡорт моңо” шиғыры. “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһе.
Мәжит Ғафури. “Себер тимер юлы йәки милләттең хәле”, “1906 йылдан 1907 йылға васыят”,
“1907 йылдың яуабы”, “Баҙарға сыҡтым”, “Юҡтырһың да, алла!”, “Бөтһөн империализм
һуғышы”,

“Аждаһа”,

“Икмәк!..”,

“Ҡыҙыл

байраҡ”

шиғырҙарында

мәғрифәтселек

идеяларының сағылышы.
“Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын”. Социаль тигеҙһеҙлекте, буржуаз йәмғиәттең мораль йөҙөн бөтә
дөрөҫлөктә асып биреү.
Шәйехзада Бабич. “Халҡым өсөн”, “Бер минут”, ”Бай һәм ярлы”, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа
ғүмереңде”, “Көтәм”, “Ҡурайҡайға”, “Яҙғы йыр”, “Тупраҡ”, “Беҙ”, “Башҡортостан”, “Башҡорт
халҡына көйлө китап”.
Бабич- шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: халыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлелек,
юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.

Башҡорт әҙәбиәте. 7 класс.
Бөтәhе – 68 сәғәт, аҙнаhына – 2 сәғәт
Дата

Тема

Иҫкәрмәләр

№

план

факт

1

Инеш. Туған тел. 4 сәғәт
И.Кинйәбулатов.Ҙур ышаныс
һеҙгә,уҡытыусы.

2

Ә.Әминев.Инша.

3

Р.Ғарипов.Тел.

4

Р.Ғамзатов.Туған тел
Башҡорт халыҡ ижады. 1 сәғәт

5

Башҡорт халыҡ ижады.
Йырҙар һәм риүәйәттәр. 6 сәғәт

6

7

8

Тарихи ваҡиғалар,хәрби поход,әрме
йырҙары.”Урал” ‘Азамат’’ “Эскадрон”
“Любизар”
Кантон башлыҡтары тураһындағы
йырҙар.”Ҡолой кантон”,”Ҡаһым түрә”
.
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы,тәбиғәт
тураһындағы
йырҙар”.Зөлхизә”,”Ғилмияза”.

9

10
11

Риүәйәт һәм легендалар
тураһында.”Ҡуңырбуға”.
“Буранбай ”риүәйәте
Кл.тыш уҡыу.Урал һандуғасы.(Абдулла
солтанов тураһында).
Сеңләүҙәр. 2 сәғәт

12

Сеңләүҙәр тураһында.

13

Ерәнсә сәсән менән хан.
Боронғо әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре. 4 сәғәт

14

“Күрәҙәлек китабы”нан.

15

“Ҡорҡот Ата китабы”нан.Әхмәт
Йүгнәки.”Белем хаҡында һөйләйем”

16-17

Василий Зефиров.Йәнтүрә хикәйәһе.
Мифтахетдин Аҡмулла ижады. 3 сәғәт

18

“Башҡорттарым,уҡыу кәрәк,уҡыу
кәрә!,”Дуҫлыҡ”

19

“Нәфсе” “Аттың ниһен маҡтайһың?”

20

“Нәсихәттр”, “Өлгөр һүҙ”
Мәжит Ғафури ижады. 4 сәғәт

21

22

М.Ғафуриҙың бала сағы һәмуҡыу
йылдары.
“Үҙем һәм халҡым” “Мин ҡайҙа” “Гөлдәр
баҡсаһында”

23

Шиғыр төҙөлөшө тураһында.”Һарыҡты
кем ашаған”

24

“Һунарсы ҡарт”
Шәйехзада Бабич ижады. 2 сәғәт

25

“Салауат батыр” “Зәки- Башҡортостан
терәге”

26

“Ҡурайҡайға’ “Көтәм”.
Дауыт Юлтый ижады. 4 сәғәт

27

28
29

Тимеркәй фәлсәфәһе.Хикәйәенең
йөкмәткеһе.Әҫәрҙә ябай кешенең
фажиғәле яҙмышы,эске донъяһы.Тимеркәй
образы.
Тимеркәй фәлсәфәһе.Тимеркәйҙең
уйланыуҙары.
Тимеркәй фәлсәфәһе.хикәйәнең кире
геройҙары.Сәми образы.Ауыл байы

Ҡотлояр образында кешеһеҙлек
һыҙаттары.
30

Инша “Тимеркәй яҙмышы миндә ниндәй
хис-тойғолар уятты.”
Һәҙиә Дәүләтшина ижады. 5 сәғәт

31

Бәхет ҡошо.Һ.Дәүләтшинаның томош һәм
ижад юлы.

32

Айбикә повесы.

33

Айбикә повесында образдарға
характеристика

34

Инша.

35

“Һырға һабағы”
Рәшит Ниғмәти ижады. 4 сәғәт

36

Р.Ниғмәтиҙең тормош һәм ижад юлы.

37

Йәмле Ағиҙел буйҙары.

38

Йәмле Ағиҙел буйҙары.Образдарға
характеристика

39

Мәскәүгә минең бүләгем
Мостай Кәрим ижады. 5 сәғәт

40

М.Кәримдең тормош һәм ижад юлы.

41

“Айгөл иле”драмаһының идея-тематик
йөкмәткеһе

42

“Айгөл иле” драмаһында образдар
системаһы.

43

“Айгөл иле”драмаһының сюжет һәм
композиция үҙенсәлектәре.

44

“Шағир шатлығы” “Ап-аҡ мөғжизә”
Михаил Шолохов ижады. 3 сәғәт

45

“Кеше яҙмышы”.Йөкмәткеһе

46

“Кеше яҙмышы” Андрей Соколов
образына характеристика
Ғайса Хөсәйенов ижады. 1 сәғәт

47

Ғайса Хөсәйенов.Һуңғы тарпан
Яныбай Хамматов ижады. 2 сәғәт

48

Ғәйзулла.1-3-се бүлектәр

49

Ғәйзулла.4-8-се бүлектәр

50

51

Ҡасим Дәүләткилдеевтың “Зәңгәр
күлдәкле башҡорт ҡыҙы”картинаһы
буйынса инша. 2 сәғәт
Ҡасим Дәүләткилдеевтың “Зәңгәр
күлдәкле башҡорт ҡыҙы”картинаһы
буйынса инша
Ҡасим Дәүләткилдеевтың “Зәңгәр
күлдәкле башҡорт ҡыҙы”картинаһы
буйынса инша
Рамазан Өмөтбаев ижады. 4 сәғәт

52

Рамазан Өмөтбаев.Илем минең яҙмышым

53

“Атлы башҡорт”йөкмәткеһе

54

Образдар системаһы

55

Инша”Башҡорт халҡының батырлығы”

56-57

А.А.Кузнецовтың” Салауаттан һорау
алыу” картинаһы буйынса инша.
2 сәғәт
А.А.Кузнецовтың” Салауаттан һорау
алыу” картинаһы буйынса инша
Кластан тыш уҡыу дәресе. 1 сәғәт

58

Кластан тыш уҡыу дәресе” Китапты нисек
уҡырға “
Яҡташ яҙыусылар ижады. 7 сәғәт

59

Яҡташ яҙыусылар ижады.Г.Яҡупова
шиғырҙары.
Г.Яҡупова.”Ҡатындар” романы.

60

62

“Ҡатындар ”романында образдар
системаһы.
С.Әбүзәров шиғырҙары

63

Ә.Әминев ижады.

61

Инша.Тыуған яғымдың билдәле шәхестәре

64-65

Әҙәбиәт байрамы.

66

Резерв сәғәттәр

67-68

Башҡорт әҙәбиәте 7 класс
Уҡыу-тематик планы
№

Тема

Сәғәттәр һаны

1

Инеш. Туған тел.

4

2

Башҡорт халыҡ ижады.

1

3

Йырҙар һәм риүәйәттәр

6

4

Сеңләүҙәр.

2

5

Боронғо әҙәбиәтебеҙ үрнәктәре.

4

6

Мифтахетдин Аҡмулла ижады

3

7

Мәжит Ғафури ижады

4

8

Шәйехзада Бабич ижады

2

9

Дауыт Юлтый ижады

4

10

Һәҙиә Дәүләтшина ижады

5

11

Рәшит Ниғмәти ижады

4

12

Мостай Кәрим ижады

5

13

Михаил Шолохов

3

14

Ғайса Хөсәйенов ижады.

1

15

Яныбай Хамматов ижады.

2

16

Ҡасим Дәүләткилдеевтың “Зәңгәр күлдәкле
башҡорт ҡыҙы”картинаһы буйынса инша.

2

17

Рамазан Өмөтбаев ижады.

4

18

А.А.Кузнецовтың” Салауаттан һорау алыу”
картинаһы буйынса инша.

2

19

Кластан тыш уҡыу дәресе.

1

20

Яҡташ яҙыусылар ижады.

7

21

Резерв

2

Бөтәһе

68

Башҡорт әҙәбиәте. 8 класс.
Бөтәhе – 34 сәғәт, аҙнаhына – 1 сәғәт
№

Дата
План.

Факт.

Темалар
Халҡым теле миңә–хаҡлыҡ теле. 3 сәғәт

1

2
3

Р.Назаров. Башҡорт.
А.Игебаев. Башҡортостан.
Х.Ғиләжев. Башҡорт теле.
Х.Назар. Башҡорт теле.
М.Ямалетдинов. Халҡым хазинаһы.
М.Хөсәйен. Башҡорт теле ғорур яңғырай.
Инша. «Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле»
В.Распутин ижады. 2 сәғәт

4

В.Распутин. «Француз теле дәрестәре»

5

В.Распутин. «Француз теле дәрестәре»
Дини әҙәбиәт. 1 сәғәт

6

7

Дини әҙәбиәт.Тәрбиәле булайыҡ.
Р. Бикбаев. Хәҙистәр.
М.Ямалетдинов. Әл-Фатиха сүрәһе. ӘлИхлас сүрәһе. Әл-Кәүҫәр сүрәһе.
Шафиk Әминев-Тамъяни ижады. 1 сәғәт
Шафиk Әминев-Тамъяни. Урал.Башkорт
бабаларының тарихы.
Ғ.Ибраһимов ижады. 2 сәғәт

8

Ғ. Ибраһимов. «Кинйә»

9

Ғ. Ибраһимов. «Кинйә»
Әйтештәр. 1 сәғәт

10

Бер тигәс тә ни яман.
Аkмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең
әйтешкәне.
Ҡобайырҙар. 1 сәғәт

11
12

Ил тигәндең кеме юk.
Салауат батыр.
М. Кәрим. Сәсән

Иҫкәрмәләр

Я.Хамматов ижады. 3 сәғәт
13

Я.Хамматов. Төньяҡ амурҙары

14

Я.Хамматов. Төньяҡ амурҙары тураһында

15

Инша. «1812 йылғы Ватан һуғышында
башҡорт яугирһарыныңбатырлыҡтары»
Ғ.Хөсәйенов ижады. 2 сәғәт

16

Ғ.Хөсәйенов. «Ете ырыу».

17

Ғ.Хөсәйенов. «Ете ырыу».
Б.Рафиҡов ижады. 2 сәғәт

18

Б.Рафиҡов. «Эйәрләнгән ат»

19

Б.Рафиҡов. «Эйәрләнгән ат»
Р.Солтангәрәев ижады. 1 сәғәт

20

Р.Солтангәрәев. «Осто бөркөт»
Кем ул М.Мортазин?
Ғ.Сәләм ижады. 1 сәғәт

21

Ғ.Сәләм. «Республика иртәһе»
Ғ.Сәләм. «Шоңҡар»
Б.Бикбай ижады. 3 сәғәт

22

Б.Бикбай. «Ер»

23

Б.Бикбай. «Ҡаһым түрә»

24

Б.Бикбай. «Ҡаһым түрә»
З.Биишева ижады. 1 сәғәт

25

З.Биишева. «Йәшәү – хеҙмәт»
З.Биишева. «Һөнәрсе менән Өйрәнсек»
М.Кәрим ижады. 1 сәғәт

26

М.Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында»,
«Россиянмын», «Йәшәйһе бар»,
«Айһылыуҙың күҙ йәштәре», «Ҡоролтайға
ҡотлау», «Үлмәҫбай».
Р.Ғарипов ижады. 1 сәғәт

Р.Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат»,
«Уйҙарым».

27

Р.Бикбаев ижады. 1 сәғәт
Р.Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана»,
«Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда»,
«Дауыл», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта».

28

Р.Паль ижады. 1 сәғәт
29

Р.Паль. «Уралым»
Т.Ғиниәтуллин ижады. 1 сәғәт
Т.Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкәеҫе», «Әсәһәм
бала».

30

Н.Нәжми ижады. 1 сәғәт
Н.Нәжми. «Тыуған ил тураһында»,
«Аҡшишмә», «Һинең ниндәй улыңмын
мин?».

31

Ә.Әминев ижады. 1 сәғәт
32

Ә.Әминев. «Ҡытай-город»
Х.Назар ижады. 1 сәғәт
Х.Назар. «Ғәзиз ерем», «Аҡҡа табыныу»,
«Дауа».

33

Р.Камал ижады. 1 сәғәт
34

Р.Камал. «Таня-Таңһылыу»

Башҡорт әҙәбиәте 8 класс
Уҡыу-тематик планы
№

Тема

Сәғәттәр һаны

1

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле.

3

2

В.Распутин. «Француз теле дәрестәре»

2

3

Дини әҙәбиәт.

1

4

Шафиk Әминев-Тамъяни ижады.

1

5

Ғ.Ибраһимов ижады.

2

6

Әйтештәр.

1

7

Ҡобайырҙар.

1

8

М. Кәрим ижады

1

9

Я.Хамматов ижады.

3

10

Ғ.Хөсәйенов ижады.

2

11

Б.Рафиҡов ижады.

2

12

Р.Солтангәрәев ижады.

1

13

Ғ.Сәләм ижады.

1

14

Б.Бикбай ижады.

3

15

З.Биишева ижады.

1

16

М.Кәрим ижады.

1

17

Р.Ғарипов ижады.

1

18

Р.Бикбаев ижады.

1

19

Р.Паль ижады.

1

20

Т.Ғиниәтуллин ижады.

1

21

Н.Нәжми ижады.

1

22

Ә.Әминев ижады.

1

23

Х.Назар ижады.

1

24

Р.Камал ижады.

1

Бөтәһе

34

Башҡорт әҙәбиәте. 9 класс.
Бөтәhе – 33 сәғәт, аҙнаhына – 1 сәғәт
№

Дата
План.

Факт.

Темалар
Инеш. 1 сәғәт

1 1-се аҙна

Художестволы әҙәбиәт
Халыk ижады. 4 сәғәт

Иҫкәрмәләр

2 2-се аҙна

Халыk ижадының төп үҙенсәлектәре,
ижтимағи-эстетик әһәмиәте.

3 3-сө аҙна

«Урал батыр» эпосы.

4 4-се аҙна
5 5-се аҙна

Инша. «Урал батыр» эпосы – халҡыбыҙҙың
эпик ҡомартҡыһы.
«Иҙеүкәй менән Мораҙым»
Ауыҙ-тел әҙәбиәте. 3 сәғәт

6 6-сы аҙна
7 7-се аҙна
8 8-се аҙна

XIV-XVI быуаттар йырауҙары.
XVI-XVIII быуаттар сәсәндәре.
Байыҡ сәсән.
Салауат Юлаев. 1 сәғәт

9 9-сы аҙна

Халыk ижадында, әҙәбиәттә Салауат образы .
Башҡортостанда боронғо һәм урта
быуаттарҙағы ҡулъяҙма әҙәбиәт. 3 сәғәт

10 10-сы аҙна

Дастанлыҡ традициялары.

11 11-се аҙна

XVI-XVIII быуаттар ҡулъяҙма әҙәбиәте

12 12-се аҙна

XVI-XVIII быуаттар прозаһы.

13 13-сө аҙна
14 14-се аҙна
15 15-се аҙна
16 16-сы аҙна

17 17-се аҙна

18 18-се аҙна
19 19-сы аҙна

XIX быуатта Башkортостанда яҙма hәм
баҫма әҙәбиәт. 4 сәғәт
XIX быуаттың I яртыһында ижтимағи тормош
hәм мәҙәни-әҙәби хәрәкәт.
«Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»
«Зөһрә менән Алдар»
«Буҙйегет»
XIX быуаттың II яртыһында ижтимағи
тормош, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. 8 сәғәт
Мифтахетдин Аkмулла.
М.Аkмулла поэзияhында мәғрифәтселек
идеялары.
«Башkорттарым, уkыу кәрәк». «Шиhабетдин
Мәржәни мәрҫиәhе».
Поэзияһында социаль мотивтарҙың сағылышы.
«Урыным – зиндан».
«Мәжлесенә kарай ғына».
Инша. Аkмулла ижадында мәғрифәтселек.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Тормош юлы.
Ғилми – ағартыу эшмәкәрлеге.

20 20-се аҙна

«Ҡайыш илә йүкә», «Үткән заманда башҡорт
ҡыҙҙарының оҙатылыуы» әҫәрҙәре.
Ризаитдин Фәхретдинов. Тормош юлы. Ғилми –
ағартыу эшмәкәрлеге.
Әҙәби эшмәкәрлеге.

21 21-се аҙна
22 22-се аҙна
23 23-сө аҙна
24 24-се аҙна

«Сәлимә» повесы.
XX быуат башында башkорт әҙәбиәте.
10 сәғәт
XX быуат башында башkорт әҙәбиәте.

25 25-се аҙна

Сафуан Яkшығолов шиғырҙары.

26 26-сы аҙна

Закир Һаҙи
«Яңы әсхәбе кәһәф»
«Йыһанша хәҙрәт»
Фәтхелkадир Сөләймәнов «Башҡорт моңо»
«Тимербай ҡурайсы»
Мәжит Ғафури.
Тормош юлы. Тәүге әçәрҙәре.
Беренсе рус революцияһы һәм реакция
йылдары ижады.

27 27-се аҙна
28 28-се аҙна
29 29-сы аҙна
30 30-сы аҙна
31 31-се аҙна

«Ярлылар, йәки Өйҙәш ҡатын» повесы
Инша. М. Ғафуриҙың башҡорт әҙәбиәтен
үҫтереүҙәге роле.
Шәйехзада Бабич.
Тормош юлы. Тәүге әәрҙәре.
Бабич – сатирик. Йоғаҡлау.

32 32-се аҙна
33 33-сө аҙна

Башҡорт әҙәбиәте 9 класс
Уҡыу-тематик планы
№

Тема

Сәғәттәр һаны

1

Инеш

1

2

Халыҡ ижады.

4

3

Ауыҙ-тел әҙәбиәте

3

4

Салауат Юлаев

1

Башҡортостанда боронғо һәм урта быуаттарҙағы
ҡулъяҙма әҙәбиәт.
XIX быуатта Башkортостанда яҙма hәм баҫма
әҙәбиәт.

3

7

XIX быуаттың II яртыһында ижтимағи тормош,
мәҙәниәт һәм әҙәбиәт.

8

8

XX быуат башында башkорт әҙәбиәте.

9

Бөтәһе

33

5
6

4


Наверх

Соглашение об использовании сайта

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 14.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону 8(34740) 2-57-41

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».