РАБОЧАЯ ПРОГРАММА по родному языку 10-11 классы

Муниципаль бюджет урта белем биреү учреждениеһы
Ҡарағай урта белем биреү мәктәбе
Ҡаралған

Раҫлайым

ММБ ултырышында

мәктәп директоры

протокол №_1______

______ /Әхтәмова Л.Н./

"30" август 2023й.

Приказ№____

МБ етәксеһе _________

"30" август 2023й.

Үтәгәнова Г.Ә./

Ҡарағай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-11-се кластары өсөн
В.Ш Псәнчин, Ю.В. Псәнчин, Х.В.Солтанбаева,Ф.Ф.Абдуллиналарҙың
«Башҡорт теле» дәреслегенә З.М.Ғәбитова төҙөгән "Урта дөйөм белем
биреү буйынса өлгө программалар" (Башҡорт теле 10-11кл) буйынса
төҙөлгән хәҙерге башҡорт теленән эш программаһы
Үтәлеү ваҡыты 4 йыл

Уҡытыусы:
Фәрит ҡыҙы
Сәғәттәр һаны: 10 класс – 68сәғ.
11 класс – 33 сәғәт

Хәйритдинова Таңһылыу

"Башҡорт теле" предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре. 10-11 класс
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт
(туған теле) программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр
тора:
1.Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли -мәҙәни ҡиммәте булараҡ
аңлау,интеллектуаль,ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын
үҫтереүҙә туған телдең ролен ,уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен
билдәләү;
2.Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү,
уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт
теленең
таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде
камиллаштырыуға ынтылыу;
3.Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекерңде
иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү
һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
1.телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
-телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив
темаһы,төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
-төрлөсә
уҡыу
күнекмәләрен
булдырыу
(эҙләнеү,
танышыу,өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

йүнәлеш,текст
ҡарап

сығыу,

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;
аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
-төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары
,уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, интернет ресурстары); төрлө типтағы
һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон
ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
-һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды
системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы
эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
-стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән ҡулланылған тел
сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:
-алдағы уҡыу эшмәкәрлегең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү
һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән
һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
-тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект,
аннотация) һөйләй алыу;
-төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡрап
телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
-телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан
эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
-төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге
монологтарҙың берләшеүе ) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу,
диалог-аралышыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б.,; төрлө төрҙәге диологтың
берләшеүе) үҙләштереү;
-ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге
башҡорт әҙәби теленең стилистик нормалары һәм яҙма телдә төп орфографик һәм
пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
-телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаш алыу, телмәр аралашыу процесында
ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
-уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота
алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай
белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды
мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
-үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш
яһау; бәхәстә,төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа
ҡатнашыу;
2.алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған
телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел
күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел,
әҙәбиәт һәм башҡа дәрестәрҙә)ҡулланыу;
3.аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы
бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа
фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни
аралышыу барышындағы төрлө ситуациялларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни
нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре
1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының
милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм
халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт
тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2.гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта
тулыһынса уның ролен аңлау;
3.туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм
берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4.тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп
бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог,
диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсмиэшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре
(хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөрөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре,
уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
5.башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияның төп стилистик ресурстарын,
башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6.телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу,
тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7.һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙъяһалыш, лексик,
морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксис анализ, төп билдә һәм структура
күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8.тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
9.туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын
анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Башҡорт теле 10 кл.
Йөкмәткеһе

Тел һәм телмәр. 5 сәғ.
Тел һәм уның вазифаһы. Башҡорт теленең функциональ үҫеше. Донъя телдәре. Телдәрҙең куп
төрлөлөгө. Әҙәби тел – нормаға һалынған тел. Дөрөҫ әйтелеш нормалары. Һүҙ эсендәге баҫым.
Лексика. 3 сәғ.
Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлнлнгн. Омонимдар, уларҙың куп мәғәнәле һүҙҙәрҙән айырмалылығы.
Синонимдар. Минонимдарҙың мәғәнәү һәм стилистик айырмалылыҡтары. Антонимдар. Килеп

сығышы яғынан хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы: төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән
һүҙҙәр. Архаизмдар, неологизмдар. Телдең үҫеше процесында архаизм һәм неологизмдарҙың
барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе.
Фразеология. 1 сәғ.
Фразеологизмдар, уларҙың билдәләре һәм мәғәнәһе. Мәҡәл, әйтем, афоризм, ҡанатлы һүҙҙәр.
Фразеологияла башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте.
Фонетика. Орфоэпия. 6 сәғ.
Тел ғилеме бүлеге булараҡ фонетика. Ижек. Баҫым. Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. Телмәр
ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Һуҙынҡы өндәрҙең редукцияһы. Редукция. Протеза. Эпентеза. Элизия.
Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы.башҡорт телендә сингармонизм. Ассисиляция, диссимиляция.
Тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше.
Һүҙ составы һәм һүҙьяһалыш. 3 сәғ.
Телдә һүҙьяһалыш ысулдары. Һүҙьяһалыш һәм стилистика.
Грамматика. Морфология. 17 сәғ.
Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмө булараҡ исем, уның дөйөм категория мәғәнәһе.
Башҡорт телендә һан, килеш, исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары. Һүҙ төркөмө булараҡ
сифат. Морфологик үҙенсәлеге, синтаксик функцияһы. Һан, уның морфологик билдәләре, синтаксик
функцияһы. Алмаш, уларҙың стилистик мөмкинлектәре. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре,
төркөмсәләре, йүнәлештәре, күләмдәре, рәүешлеге.

Башҡорт теле 11 кл.
Йөкмәткеһе

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. (3 сәғәт)
Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Бәйләүестәр. Теркәүестәр.
Киҫәксәләр. Модаль һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Оҡшатыу һүҙҙәре. Саҡырыу һүҙҙәре.
Синтаксис. Синтаксистың берәмектәре (1 сәғәт)
Һөйләм. (13 сәғәт)
Һөйләм. Ике составлы һөйләмдәр. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Һөйләмдең баш
киҫәктәре. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Өҫтәлмәлек. Тултырыусы.
Хәлдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре.
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Хәл әйтеме һәм уның
айырымланыуы. Бер составлы һөйләмдәр. Билдәле эйәле һөйләм. Билдәһеҙ эйәле
һөйләм. Дөйөм эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләмдәр. Инфинитив-модаль һөйләмдәр.
Атама һөйләмдәр. Кәм һөйләмдәр.
Өндәш һүҙ. Өндәш һүҙҙәрҙең стилистик мөмкинлектәре.
Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр.

Ҡушма һөйләм. Текст. (17 сәғәт)
Ҡушма һөйләм. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Теркәүеһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр.
Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр.
Эйәртеүле ҡшма һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙе мәғәнәләренә ҡарап
төркөмләү. Эйә һөйләм. Хәбәр эйәрсән һөйләм. Аныҡлаусы һөйләм. Тултырыусы
һөйләм. Хәл һөйләмдәр. Ваҡыт һөйләм. Урын һөйләм. Рәүеш һөйләм. Сағыштырыу
һөйләм. Күләм-дәрәжә һөйләм. Маҡсат һөйләм. Сәбәп һөйләм. Шарт һөйләм. Кире
һөйләм.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Тиң эйәрсән һөйләмле ҡушма һөйләмдәр.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр. Теҙемдәр.
Тура телмәр. Ситләтелгән телмәр.
Текст синтаксисы. Текстың бәйләнешлеге. Текстың композицияһы


Наверх

Соглашение об использовании сайта

На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 14.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону 8(34740) 2-57-41

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».